0%

Шиғриәт шырлығы. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Шиғриәт шырлығы. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 26.05.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Күпме шағир! Күпме шиғыр…
Белеп хатта бөтмәйем,
Шиғриәттең шырлығында
Аҙашыуҙан шөрләйем.

Һәр береһенең үҙ көйө
Шырлыҡтағы ҡоштарҙың,
Таный алырмынмы көйөн
Шиғыр яҙған дуҫтарҙың?

Ғәйеп итеп күрмәҫтәрме,
Күптәрен танымаһам?
Белмәйенсә, берәйһенең
Тауышын ҡабатлаһам?

Үҙ тауышым, үҙ моңом бар,-
Ишетерме берәйһе?
Шиғриәттең шырлығында
Әле урын эҙләйһе…